«Еңгә, еңгә — еңгә ул,
Еңгә һиңә тиң дә ул…
Әгәр ҡәҙерен белмәһәң,
Еңгә һиңә — ен дә ул!», –
шулай йырлап, «ярты еңгә — ҡәйнештеке!», тип, улы Басирға – тол ҡалған оло килене Шәмсиәне димләп, ә үҙе йәш ҡыҙ Назаға өйләнмәксе Яппар ҡарт. Дәлилдәре лә көслө уның: Шәмсиә икенсе иргә китһә, Яппарҙың бер атын, бер һыйырын, ярты өйөн алып китәсәк!..
Бер атыуҙа ике ҡуян алмаҡсы Яппар ҡарттың ниәттәре бойомға ашырмы һуң? Наза һылыу ҡарт ҡуйынындағы ҡаласҡа алданырмы икән?
Геройҙарҙың дәртле уйын-йырҙары, оркестр, хор, халыҡсан юмор тормош хаҡында гүзәл йырға тиң, үлемһеҙ «Ҡоҙаса»ға тағы ла мәртәбә өҫтәй, бәҫен арттыра.