XIX Халыҡ-ара Волков фестивалендә ҡатнашыусы (Ярославль-2018 йыл)
«Алтын битлек» Бөтә Рәсәй милли театр премия – фестиваленең «Иң яҡшы ҙур формалы спектакль», «Иң яҡшы режиссер эше» (Айрат Абушахманов), «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» (Римма Ҡаһарманова), «Иң яҡшы рәссам эше» һәм «Иң яҡшы костюм буйынса рәссам эше» (Альберт Нестеров), «Иң яҡшы яҡтыртыу буйынса рәссам эше» (Илшат Саяхов) номинацияларында ҡатнашыусы. «Алтын битлек»тең драма һәм ҡурсаҡ театрҙары жюриһының Беренсе махсус призына «За сценическое прочтение романа Гузели Яхиной «Зулейха открывает глаза» номинацияһында еңеү яуланы.
…1930-сы йылдың ҡыш айы. Крәҫтиән ҡыҙы Зөләйханы йөҙҙән ашыу күскенселәр менән бергә теплушка вагонында бик иҫке, ауыр юлдарҙан Себергә ебәрәләр. Улар араһында крәҫтиәндәр һәм интеллигенция, мосолмандар һәм христиандар, мәжүсиләр һәм динһеҙҙәр, урыҫтар, башҡорттар, татарҙар, грузиндар, немецтар һәм сыуаштар – барыһы ла Анҡара буйында осрашасаҡ, һәм уларға көн һайын йәшәргә хоҡуҡтарын яҡларға тура киләсәк…