Спектаклдең үҙәгендә яңы өйләнешкән йәш парҙың мөхәббәт тарихы, уларҙың нисек тә булһа яңы ғына ҡорған ғаиләһен һаҡлап алып ҡалырға тырышыуы. Йәштәрҙең мөхәббәте бик күп ҡаршылыҡтар алдында тора: бында һүҙ классикаға әйләнгән “ҡәйнә-килен мөнәсәбәттәре” хаҡында ғына түгел, бигерәк тә йәшәргә үҙ мөйөштәре булмауы һынауҙарҙың иң ҙуры булып тора.