…Ауыл юл уртаһында түгел, йылғаның арғы яғында ултыра. Бында бөтә нәмә бар – мәктәп тә, ауыл мәҙәниәт йорто ла, ферма ла, ике тиҫтә йорттар теҙелгән, ә бына кешеләр аҙ. Ултырған урыны – шәп! Ҡаланыҡылар арыған саҡтарында «Эх, бына ауылға һыпыртырға ине. Унда тәбиғәт ҡосағында рәхәт, тыныс» — тип әйтеп ҡуйған ваҡытта, улар тап ошо Балтирәк ауылын күҙ алдына килтерәләр. Бына һеҙ: «Эх, ауылға ҡайтаһы ине!» — тип әйтеп, күҙҙәрегеҙҙе йомһағыҙ, Балтирәк ауылын күрерһегеҙ. Йә? Күҙ алдына баҫтымы?