ҠОТЛАЙБЫҘ!

ҠОТЛАЙБЫҘ!

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәрен яҡынлашып килгән байрамдары менән ҡотлап, уларға дәүләт наградалары тапшырҙы.
Салауат Юлаев орденына Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының спектаклдәр сығарыу буйынса художество-ҡуйылыш бүлеге мөдире Радик Әғләм улы Сафин лайыҡ булды.
Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән М.С.Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһының (институт) Башҡорт студияһын тамамлап, беҙҙең театрҙа эшләп йөрөүсе йәш артистарҙың кураторҙары – филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Фирүзә Сәлихйән ҡыҙы Исҡужина бүләкләнде.

Маҡтаулы исемдәр ҡотло, шатлыҡтар уртаҡ булһын! Киләсәктә лә Һеҙгә яңынан-яңы ижади үрҙәр, дәртле, илһамлы тормош, сәләмәтлек һәм аҡ бәхеттәр теләйбеҙ!