Бөгөн, 23 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Беҙҙең театр актрисаһы – Гөлнара Ҡаҙаҡбаева «БАШҠОРТОСТАНДЫҢ АТҠАҘАНҒАН АРТИСЫ» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Маҡтаулы исем ҡотло, шатлыҡтар уртаҡ булһын! Киләсәктә лә Һеҙгә яңынан-яңы ижади үрҙәр, дәртле, илһамлы тормош, сәләмәтлек һәм аҡ бәхеттәр теләйбеҙ!