Ҡәҙерле үә хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар!
Хистәрҙе алһыу таңдарға, аҡ бәхеткә, сәскәле болондарға, асыҡ күк йөҙөнә, алтын һары ҡояшҡа көйләгән матур яҙ байрамы менән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә яҡлаулы, яғымлы тормош теләйбеҙ, шатлыҡтарҙы уртаҡлашыр яҡындарығыҙ янығыҙҙа булһын. Ғәзиздәрегеҙҙе тәмле аштар, йылы осрашыуҙар менән ҡыуандырып, ғүмерҙең һәр яңы көнөн йылмайып ҡаршыларға яҙһын. Тормоштоң биҙәге лә, терәге лә – һеҙ, гүзәл ҡатын-ҡыҙҙар!