М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры гастролгә юллана!Тамашасыларҙың күңелен яулап өлгөргән легендар постановка: «ЯРАТАМ, ТИП ӘЙТЕП ӨЛГӨРМӘНЕМ…/«НЕ УСПЕЛА СКАЗАТЬ “ЛЮБЛЮ”» (Г. Ғиззәтуллина, реж. А. Абушахманов)
Ирен фронтҡа оҙатҡанда ун туғыҙ йәштә генә ҡалған Фәрхинур ғүмер буйы “яратам” тип әйтеп өлгөрмәгәненә үҙен ғәйепле тойоп йәшәй. Һуғыштан бер бөртөк хаты менән “хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡағыҙы ғына килгән Нурулланың яҙмышы алтмыш дүрт йылдан һуң асыҡланғас, ул алыҫ Германияға, иренең аҫыл һөйәктәре ятҡан ергә, барырға ниәтләй. Һикһәнде уҙған оло кешегә, тыуған ауылынан дүрт мең саҡрым ара үтеп, ғүмер буйы күңелендә йөрөткән тойғоларын әйтергә насип булырмы?
28 АПРЕЛЯ — с. АСКАРОВО (Абзелиловский район).Билеттар
29 АПРЕЛЬ — г. БАЙМАК. Билеттар Мәҙәниәт йорто кассаһында. Белешмәләр өсөн телефон: +7 965 640-29-57
30 АПРЕЛЬ — г. СИБАЙ. Билеттар
Осрашҡанға тиклем!