Бөгөн М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Закир улы Ханов менән бәхилләштеләр. Бөйөк артисты һуңғы юлға оҙатырға туғандары, коллегалары, дәүләт һәм йәмәғәт вәкилдәре, сәнғәт эшмәкәрҙәре, тамашасылар килде.
“Ярты йыл элек кенә ошо сәхнәлә Фидан Ғафаров менән хушлашһаҡ, бөгөн Олег Хановты һуңғы юлға оҙатабыҙ. Был бөйөк артистарҙың исемдәре менән бергә башҡорт театрының алтын бер быуаты китә кеүек. Ауыр һәм көтөлмәгән юғалтыу был. Олег Закир улының ижады халыҡ хәтерендә мәңгегә уйылып ҡалды. Яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ”, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров матәм митингында.
Матәм митингыһын республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова алып барҙы, хушлашыу сараһында шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры Әлфиә Кәримова, Рәсәйҙең Юғары мөфтөйө һәм Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин, М.Ғафури ис. Башдрамтеатрҙың баш режиссёры Айрат Абушахманов артист, Ғәлиәскар Камал исемендәге татар дәүләт академия театрының баш режиссеры Фәрит Бикчәнтәев сығыш яһаны.
Салауат Юлаев исемендәге һәм Рәсәйҙең әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге дәүләт премиялары лауреаты Олег Закир улының сағыу образдары, ҡуйған спектаклдәре халыҡ хәтерендә мәңге һаҡланасаҡ. Йола буйынса, актёрҙы, бөйөк сәнғәт оҫтаһын һуңғы юлға алҡыштар менән оҙаттылар. Олег Закир улы Ханов Өфөнөң Көнъяҡ зыяратында ерләнде.