БАШҠОРТ ДРАМА ТЕАТРЫ АЛЕКСАНДРИНСКИЙ ТЕАТРЫ СӘХНӘҺЕНДӘ ИҢ ЯҠШЫ СПЕКТАКЛДӘРЕН ТӘҠДИМ ИТТЕ

БАШҠОРТ ДРАМА ТЕАТРЫ АЛЕКСАНДРИНСКИЙ ТЕАТРЫ СӘХНӘҺЕНДӘ ИҢ ЯҠШЫ СПЕКТАКЛДӘРЕН ТӘҠДИМ ИТТЕ

Башҡортостандың драма театрҙары сәнғәте тарихында – сағыу ваҡиға! Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры легендар Рәсәй Милли драма театрында “Бөйрәкәй” һәм “Ваня ағай” спектаклдәрен уйнаны.

Илебеҙҙең мәҙәни үҙәге булып һаналған Санкт-Петербург ҡалаһында барған XVI Халыҡ-ара “Александринский” театр фестивалендә сентябрь айы дауамында Һиндостан, Венгрия, Сербия һәм Ҡытай театрҙары коллективтары сығыш яһай. Был мәртәбәле сарала М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының ҡатнашыуы – театрҙың ижади мөмкинлектәрен күрһәтеү һәм данлыҡлы милли театрҙар араһындағы мәҙәни бәйләнеште нығытыуҙа мөһим аҙым. Юғары кимәлдәге әҫәрҙәр ҡарап өйрәнгән, үтә талапсан һәм зауыҡлы тамашасыһы менән дан тотҡан “Александринский” фестивале башҡорт артистарын ҡайнар алҡыштарға күмде! Тамашасы хөкөмөнә Башҡорт драма театры ике спектакль тәҡдим итте: 12 сентябрҙә Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” романы буйынса режиссер Айрат Абушахманов ҡуйған спектакль уйналды, тамашала әҫәрҙең авторы үҙе лә килгәйне. “Бөйрәкәй” спектакленең аҙағында оҙайлы, дәррәү алҡыштар, залдағы йылы, ихлас мөхит театрҙың бөйөклөгөн һәм сикһеҙлеген, төрлө мәҙәниәт кешеләренең күңелен берләштереүсе сәнғәт төрө икәнен тағы бер тапҡыр иҫбатланы.

Фестивалдең икенсе көнө М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының М. Шкетан исемендәге Мари милли драма театры менән берлектә уйнаған “Ваня ағай” спектакленә арналды. Антон Чеховтың пьесаһы буйынса режиссер Степан Пектеев сәхнәләштергән был спектакль Рәсәй Милли театрҙар ассоциацияһы ярҙамында тормошҡа ашырылып, ике театрҙың сәхнәләге үҙенсәлекле ижади тәжрибәһенә әйләнде.

XVI Халыҡ-ара “Александринский” театр фестивале сиктәрендә М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры вәкилдәре осрашыуҙарҙа, түңәрәк өҫтәлдә лә ҡатнашты. “Бөйрәкәй” спектакле алдынан театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов менән ижади осрашыу үтте. Санкт-Петербургҡалаһыныңкиңмәғлүмәтсараларывәкилдәре, тамашасылар фестивалгә Башҡортостандан алып килгән спектаклдәрҙән тыш, Айрат Әхтәм улының ижад юлы менән ҡыҙыҡһынды.

13 сентябрҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры директоры Иршат Фәйзуллин, баш режиссер Айрат Абушахманов Милли театрҙар ассоциацияһының “Милли сәхнә. Аралашыу тәжрибәһе” тигән темаға арналған түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашты. Был мөһим осрашыуҙың модераторы булып Милли театрҙар ассоциацияһының башҡарма директоры Игорь Троилин сығыш яһаны.

Театрыбыҙҙың Александра театрының данлыҡлы сәхнәһендә үҙ спектаклдәрен уйнауы – ул Башҡорт академия драма театрының Рәсәй милли театрҙар хазинаһына ҙур өлөш индереүен таныу менән бергә, уның көслө труппаһына һәм ижадсыларына ҡарата ихтирам билгеһе лә ул. 

М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективының юғары кимәлдә уҙған мәртәбәле фестивалдә ҡатнашыуы – ошо театрҙа янып ижад итеүсе, тырыш хеҙмәте менән театрҙың абруйын һәм данын күтәреүсе ижадсыларҙың оло еңеүе ул. Афарин, ҡотлайбыҙ!