Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында ветерандар өсөн тантаналы сара ойошторолдо.
Театрҙа хеҙмәт юлын үтеп, әлеге мәлдә хаҡлы ялда булған оло апай-ағайҙарҙы ҡаршылап, иң тәүҙә төп күстәнәс – “…Ат уйнатып алдан бара…” тигән театрлаштырылған тамаша (З. Бураҡаева инсц., реж. Х. Үтәшев) тәҡдим ителде. «Еңеү өсөн үҙ ғүмерҙәрен биргән генерал Миңлеғәли Шайморатов һәм данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының атлылары иҫтәлегенә…» сәхнәләштерелгән спектаклде ололар тарихты йәнә йөрәк аша үткәргәндәй, тын ҡалып күҙәтте. Тамашанан һуң театрҙың ҡәҙерле һәм хөрмәтле ҡунаҡтарын сәй табынына саҡырҙыҡ. Тиҫтәләгән йылдар бергә эшләп, театр менән янып йәшәгән ветерандарҙың һөйләшер һүҙҙәре, иҫләр хәтирәләре күп ине.
– 1998-2001 йылдарҙа театрҙың профсоюз рәйесе булып эшләгәндә беҙҙең арабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ветерандарыбыҙ бар ине. Труппа составында булмаһалар ҙа, театрҙың төрлө бүлектәрендә эшләгән ветеран ағайҙарыбыҙҙы күреү бәхете тейҙе. 25 йылдай ваҡыт үтеп киткән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар арабыҙҙа юҡ, әммә бөгөн тантанаға саҡырылған егерме ветераныбыҙ ҙа – тылда ярҙам иткән, һуғыштан һуңғы ауыр осор михнәттәрен күреп үҫкән оло быуын вәкилдәре, – тип бәйән итә театрҙың беренсел профсоюз ойошмаһы рәйесе, Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев.
Тантаналы сара барышында театр директоры Иршат Фәйзуллин М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына эшләгән хеҙмәт династияларын, остаздарҙы тәбрикләп үтте. Атай-әсәйҙәренең хеҙмәт юлын дауам итеүселәр булараҡ театрҙың баш режиссеры Абушахманов Айрат Әхтәм улына, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Йомағолова Айһылыу Илшат ҡыҙына, Башҡортостандың халыҡ артисы Дилмөхәмәтова Шәүрә Ишмулла ҡыҙына, Йомағолов Айсыуаҡ Илшат улына, Башҡортостандың халыҡ артисы Ғафаров Азамат Фидан улына, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ғилманова Илгизә Исмәғил ҡыҙына, Ситдиҡова Зилиә Азамат ҡыҙына рәхмәт хаттары тапшырылды, театр тураһында китап бүләк ителде.
Йәмле табын артында барған осрашыуҙа оло артистар хәтирә барлап ҡына түгел, йәш быуынға күркәм нәсихәт, баһа бирһә, йәштәр иһә театрҙағы берҙәм эш кәйефе ололар менән берлектә генә тыуғанын, улар ошо йылы мөхиттә илһамланып эшләүе хаҡында белдерҙе. Ике быуын вәкилдәрен күрештергән, һөйләштергән тантаналы сара йыр-моң, бейеү, матур хәтирәләр менән үрелеп барҙы, ветерандарыбыҙ ихлас аралашып, йөрәктәргә дәрт-дарман өҫтәп таралышты.