МОСТАЙ КӘРИМДЕҢ ТЫУҒАН КӨНӨНӘ АРНАП…

МОСТАЙ КӘРИМДЕҢ ТЫУҒАН КӨНӨНӘ АРНАП…

20 октябрҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры, драматург, яҙыусы Мостай Кәримдең тыуыуына 103 йыл тулыр ине. “Беҙ Башҡорт театры менән бер йылғы – яҙмышыбыҙ ҙа уртаҡ беҙҙең”, – тип әйтә торғайны Мостафа Сафа улы. Драматург булараҡ та Мостай Кәрим тап Башдрамтеатр сәхнәһендә танылыуы сер түгел. Уның әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәр театрыбыҙ тарихының биттәренә алтын хәрефтәр менән яҙылған. Уның әҫәрҙәрен бер нисә быуын тамашасалары ҡарап үҫте һәм әле лә уның пьесалары буйынса спектаклдәр тамаша залдарын тулы йыя.

Мостай Кәримдең тыуған көнөнә арнап 20 һәм 21 октябрҙә М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә “Ҡыҙ урлау” музыкаль комедияһы уйнала (режиссер И.Ҡаҙаҡбаев).

Билеттар театр кассаһында һәм сайтында.

Башлана: 19.00 сәғ.

РӘХИМ ИТЕГЕҘ!