БАШДРАМТЕАТР ГАСТРОЛГӘ ЮЛЛАНА

БАШДРАМТЕАТР ГАСТРОЛГӘ ЮЛЛАНА

М. Ғафури исем. Башҡорт академия драма театры гастролгә юллана. Тамашасы иғтибарына Салауат Әбүзәр пьесаһы буйынса ҡуйылған «Хыялый» спектакле һәм балалар өсөн сағыу, мажаралы “Mouse story” музыкаль әкиәтен тәҡдим итә.

27 сентябрь – Ҡараиҙел район мәҙәниәт һарайында балалар өсөн “Mouse story” музыкаль әкиәте.
Әкиәт 12:00 һәм 13:30 сәғәттә башлана.

———————————

28 сентябрь – Асҡын район мәҙәниәт һарайында “Хыялый” спектакле һәм балалар өсөн “Mouse story” музыкаль әкиәте.
Спектакль 19:00 сәғәттә, ә балалар өсөн әкиәт 13:00 сәғәттә башлана.

Билеттар Ҡараиҙел һәм Асҡын район мәҙәниәт һарайҙары кассаһында һатыла, Пушкин картаһы ғәмәлдә.

Рәхим итегеҙ!