28 ОКТЯБРЬ — НУРИЯ ИРСАЕВАНЫҢ ЮБИЛЕЙ КИСӘҺЕ!

28 ОКТЯБРЬ — НУРИЯ ИРСАЕВАНЫҢ ЮБИЛЕЙ КИСӘҺЕ!

28 октябрҙә М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты,  Өфө ҡалаһының почетлы гражданы Нурия Ирсаеваның “Нурияның нурлы таңдары” исемле юбилей кисәһе үтәсәк.

Нурия Исхаҡ ҡыҙының ижадына һәм матур ғүмер байрамына арналған кисәлә танылған сәхнә йондоҙҙары һәм театрыбыҙ актерҙары ла ҡатнаша.

Был матур көндө Нурия Ирсаева үҙенең яҡындары, дуҫтары, рухташтары, моңдаштары һәм дә тамашасылары менән бергә ҡаршы аласаҡ. Барғыҙҙы ла көтөп ҡалабыҙ! Тамашала спектаклдәрҙән өҙөктәр, йыр-моң, юмор һәм ҡотлауҙар буласаҡ.

Билеттар һатыуҙа, уларҙы театр кассаһында һәм сайтында онлайн алырға мөмкин.

Пушкин картаһы менән дә алырға була.

Башлана 19:00 сәғәттә. Рәхим итегеҙ!