Билдәле актер, драматург һәм педагогтың хәтер кисәһе

Билдәле актер, драматург һәм педагогтың хәтер кисәһе

21 декабрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында күренекле актер, драматург, педагог, Башҡорт АССР-ының һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Илшат Йомағоловтың Хәтер кисәһе үтәсәк. Быйыл уның тыуыуына 90 йыл. “Йылғалар төнөн һөйләшә…” исемле сарала актер хеҙмәт һәм ижад юлын башлаған Мәжит Ғафури иесмендәге Башҡорт академия драма театры һәм быйылдан алып уның исемен йөрөткән – Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры коллективтары ҡатнашасаҡ.

Илшат Хәлил улы Йомағолов 1932 йылдың 26 ғинуарында Көйөргәҙе районы Тимербай ауылында тыуған. 1952 йылда Өфө театр-художество училищеһының театр факультетын тамамлағас, 1989 йылға тиклем М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында актер булып эшләй (1954-1959 йылдарҙа  -Мәскәүҙә А.В. Луначарский исемендәге дәүләт театр сәнғәте иниститутында уҡый, 1971-1975 йылдарҙа – Ғ. Камал исемендәге Татар дәүләт академия театрында эшләй).

Ҙур сәхнә оҫтаһы, һәләтле шәхес Илшат Йомағолов бөтә ғүмерен башҡорт театр сәнғәтенә хеҙмәт итеүгә арнаған: ижади ҡеүәткә, сағыу, үҙенсәлекле талантҡа эйә актер 50-нән ашыу онотолмаҫлыҡ ролдәр тыуҙырған, фильмдар ҙа уға киң танылыу килтергән.

«Нәркәс», «Сәсәндәр», «Семәрле тәхет», «Юғалтыуҙар аша», «Буш сәңгелдәк», «Торналар ҡайта» һәм башҡа билдәле драма әҫәрҙәре авторы булараҡ башҡорт драматургияһын үҫтереүгә тос өлөш индергән. Ул Александр Островскийҙың, Жан Батист Мольерҙың, Тэд Уильямстың бер- нисә әҫәрен башҡортсаға тәржемә иткән. Уның әүҙем эшмәкәрлеге Ғәли Ибраһимов исемендәге премия менән билдәләнде.

Стәрлетамаҡ башҡорт театрына нигеҙ һалыусыларҙың береһе булараҡ, быйылдан алып театр Илшат Хәлил улы Йомағолов исемен йөрөтә.

Өфө сәнғәт училищеһы, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты, Стәрлетамаҡ Башҡорт мәҙәниәт техникумы педагогы булараҡ Илшат Хәлил улы ул театр сәнғәте өсөн йәш белгестәр әҙерләүгә лә тос өлөш индерҙе.

21-се декабрҙә Башҡорт дәүләт академия драма театрында Илшат Хәлил улы Йомағоловтың яҡындары, уҡыусылары, уның ижадына ғашиҡтар йыйыласаҡ. Театр һәм сәнғәт һөйөүселәрҙе Хәтер кисәһендә көтөп ҡалабыҙ. Башҡорт театр сәнғәтендә яҡты йондоҙ булып балҡып, юйылмаҫ эҙ ҡалдырған шәхесте бергәләп хәтергә алайыҡ.

Сара киске сәғәт етелә башлана, инеү бушлай.