БАШҠОРТ ДРАМА ТЕАТРЫ АКТРИСАЛАРЫ МӘЖИТ ҒАФУРИҘЫҢ ЙОРТ-МУЗЕЙЫНДА ОСРАШЫУ ҮТКӘРҘЕ

26 март, Бөтә донъя театр көнө айҡанлы, Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актрисалары — Башҡортостан һәм Татарстан республикаларының халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Илсөйәр Ғәзетдинова һәм йәш, талантлы актриса Лилиә Ғәлина менән осрашыу ойошторолдо. Сарала “Ҡара йөҙҙәр” спектакленең театр тарихындағы тотҡан урыны, төрлө йылдарҙа ҡуйылышы, ролдәрҙе башҡарған артистар тураһында һөйләшеү, […]
ФЕСТИВАЛДЕҢ ҺУҢҒЫ КӨНДӘРЕ!

«Театр яҙы — 2026» фестивале тамамланыуға яҡынлаша. Кисә биш көн дауамында барған мәғариф программаһының һуңғы этабы үтте. Актерҙар Йортоноң Тамаша залында Родион Белецкийҙың «Сценарий бүлмәһе»ндә пьесалар проекттары буйынса питчинг булды. Ҡатнашыусыларҙы дәртләндереп, ижади асыштарҙан илһам алырға килгән тамашасыларға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! Кисен фестиваль сәхнәһе театр һөйөүселәргә ике төрлө сағыу тамаша бүләк итте: Салауат башҡорт драма […]
ПРЕМЬЕРАЛЫ ГАСТРОЛДӘРЕБЕҘ!

М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының “КЕШЕ БУЛЫП ҠАЛЫРҒА ” / “ОСТАТЬСЯ ЧЕЛОВЕКОМ” спектакле премьераһы Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында, Учалы ҡалаһында үтте. Елена Коллегованың әҫәре буйынса спектаклде Хөрмәтулла Үтәшев сәхнәләштерҙе, проекттың художество етәксеһе – Айрат Абушахманов. “Кеше булып ҡалырға” спектакле сюжеты Бөйөк Ватан һуғышы тураһында төшөрөләсәк фильмдың кастингы тирәләй бара. Постановкала илһөйәрлек, яуаплылыҡ […]