19 сентябрҙә М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының тамашасы яратып ҡараған иң рухлы, бай йөкмәткеле спектаклдәренең береһе, тарих биттәрендә алтын хәрефтәр менән яҙылған башҡорт атлы дивизияһы һалдаттарының, генерал Шайморатовтың батырлыҡтарын сағылдырған “Ат уйнатып алдан бара!” спектакле 19 сентябрҙә өҫтәмә күрһәтелә.
Спектакль матур, сағыу, алыш алымдарын индергән хәрби-патриотик бейеүҙәр, рухлы йырҙар, хисле шиғырҙар менән байытылған. Миңлеғәле Шайморатов ролен Ш.Бабич йәштәр премияһы лауреаты Артур Кәбиров башҡара. “Спектаклдең режиссеры – Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, С.Юлаев премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев, инсценировка авторы – драматург Зөһрә Бураҡаева.
Әйткәндәй, спектаклдең ижади төркөмө Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителде:
АРТУР КӘБИРОВ – легендар генерал-майор, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов ролен башҡарыусы актер;
ЗӨҺРӘ БУРАҠАЕВА – сәхнә әҫәре авторы;
РӘИС НИЗАМЕТДИНОВ – спектаклдең хореографы.
Башлана 14.00 сәғ. Билеттар – 200 һум, уларҙы Пушкин картаһы менән дә алырға мөмкин