Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Башҡортостан Республикаһының тыуған көнө менән ихлас күңелдән ҡотлай!

Республика көнө тыуған яғыбыҙҙың уңыштары өсөн хаҡлы рәүештә ғорурлыҡ тойғолары уята, киләһе көнгә ышаныс тыуҙыра, Башҡортостаныбыҙҙың киләсәге беҙҙең һәр беребеҙгә бәйле.

Ошо иҫтәлекле көндә барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаиләләрегеҙгә именлек, изге башланғыстарҙа уңыштар һәм бәхеттәр теләйбеҙ!

Башҡортостан! Һинең гүзәллеккә
Тиң булырлыҡ ерҙәр бар микән!
Ожмахтың үҙе лә, бәхеттең сере лә –
Тыуған ерем, барыһы ла һиндә икән!..

Leave a Reply