ӘХӘТ ХӨСӘЙЕНОВТЫҢ ЮБИЛЕЙ БЕНЕФИСЫ

ӘХӘТ ХӨСӘЙЕНОВТЫҢ ЮБИЛЕЙ БЕНЕФИСЫ

20 ноябрь 19:00 сәғәттә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Әхәт Хөсәйеновтың юбилей бенефисы үтә.

 

Әхәт Рәхмәтулла улы — театрыбыҙҙың ғорурлығы, үҙ эшенә ғүмерен бағышлаған оло талант эйәһе, сәхнә оҫтаһы һәм остаз. Ул алты тиҫтә йылға яҡын ғүмерен театр сәнғәтенә хеҙмәт итеүгә арнаған. Ошо йылдар эсендә актер сәхнәлә бер-береһенә оҡшамаған, үҙенсәлекле холоҡ-фиғелле тиҫтәләгән образ тыуҙырҙы. Уның ижади диапазоны киң, ролдәре төрлө: «Бәхет хаҡы»нда — Булат, «Ул бит кисә ине»лә — Нурғәли, «Бер мәл санаторийҙа» — Насир, «Хыялый»ҙа — Закир, «Һөйәһеңме-һөймәйһеңме» спектаклендә — Ҡарт, «Гөлбостан»да — Мортаза, «Ҡара йөҙҙәр»ҙә — Фәхри, «Йософ һәм Зөләйха»ла — Ҡытфир, «Кәкүк ояһы»нда — Пит һәм башҡалар. Уның һәр образы — үҙенә генә хас характер, яҙмыш һәм тормош тәжрибәһе. Сәхнәләге ихласлығы, образдарға тәрән үтеп инеүе, оҫта уйыны Әхәт Хөсәйеновты тамашасы күңеленә яҡынайта.

 

Юбилей бенефисында Әхәт Рәхмәтулла улы тамашасылар алдына Салауат Әбүзәрҙең «Хыялый» лирик комедияһындағы Закир ролендә сығасаҡ. Спектаклде режиссёр Арыҫлан Йәнбәкев сәхнәләштергән.

Ҡәҙерле тамашасылар! Һеҙҙе талантлы актерыбыҙҙың ижади байрамын бергәләп билдәләргә, уның сәхнә ижады менән тағы бер тапҡыр осрашырға саҡырабыҙ!