ҠОТЛАЙБЫҘ! Башҡортостандың халыҡ артисы АЛҺЫУ БӘХТИЕВА “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” Бөтә Рәсәй конкурсының “Ҡатын-ҡыҙ – мәҙәниәттә” номинацияһында еңеү яуланы!

ҠОТЛАЙБЫҘ! Башҡортостандың халыҡ артисы АЛҺЫУ БӘХТИЕВА “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” Бөтә Рәсәй конкурсының “Ҡатын-ҡыҙ – мәҙәниәттә” номинацияһында еңеү яуланы!

Сәхнәлә бихисап сағыу образдар тыуҙырған, үҙенең моңло тауышы менән тамашасы күңелен яулаған, йәмғиәт эшендә әүҙем ҡатнашҡан актриса, Башҡортостандың халыҡ артисы Алһыу Бәхтиеваны “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” Бөтә Рәсәй конкурсының премияһына лайыҡ булыуы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Алһыу Исмәғил ҡыҙы бәйгенең “Ҡатын-ҡыҙ – мәҙәниәттә” номинацияһында еңеүсе тип танылды.

7 йыл элек “Башҡортостан Республикаһы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы” рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, филология фәндәре докторы Гөлнур Ҡолһарина инициативаһы менән башланған проект йылдан-йыл үҫешә, популярлыҡ яулай, бәйгелә ҡатнашыусыларҙың һаны арта, географияһы киңәйә. Быйыл иһә ул икенсе тапҡыр Бөтә Рәсәй кимәлендә үтте.

“Ҡатын – ҡыҙ-милләт әсәһе” – был һүҙҙәрҙә күп быуатлыҡ аҡыл ята. Халыҡта: «Ул тәрбиәләгән – терәк тәрбиәләй, ҡыҙ үҫтергән – милләт тәрбиәләй», тигән тапҡыр әйтем бар. Һәр милләттең әсәһе – үҙ әсәһе. Йәмғиәтебеҙ һәм Ватаныбыҙ өсөн башҡара алған яҡшы һәм изге эштәребеҙ өсөн беҙ тап әсәләргә рәхмәтлебеҙ!” – тине Гөлнур Ҡолһарина үҙ сығышында.

“Ошо бәйгене ойоштороусыларға, шәхсән Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһаринаға оло рәхмәтлемен. Был премияға лайыҡ булыусылар -милләтебеҙҙең аҫыл ҡатын-ҡыҙҙары. Улар барыһы ла төрлө өлкәләрҙә эшләй. Бөгөн мин бигерәк тә тулҡынландым, сөнки мин үҙемә тамашасы залынан актриса, йырсы булараҡ ҡараған ҡатын-ҡыҙҙар менән бер рәттә булды. Был исемде мин ижадымды ғына түгел, ә йәмғиәттә күрһәткән эштәремде лә баһалау тип ҡабул итәм. Халҡым, милләтем өсөн мин артабан да ең һыҙғанып эшләргә әҙермен!” – тип шатлыҡтары менән бүлеште Алһыу Бәхтиева.

Алһыу Исмәғил ҡыҙын ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә бар эштәрегеҙ уң булһын,  ғаилә именлеге, балалар шатлыҡтары теләйбеҙ, халҡығыҙҙың һөйөүе һәр саҡ һеҙҙе ҡанатландырып торһон!