18 ноябрҙән 20-нә тиклем М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында “Хәҙерге заман милли театрында менеджмент нигеҙҙәре” тигән квалификация үҫтереү буйынса мәғариф программаһы ойошторола.

Милли театр мәктәбе – ул илебеҙҙең билдәле театр эксперттарының йәш театраль менеджерҙар һәм продюсерҙарға үҙҙәренең бай тәжрибәһе менән бүлешеү өсөн уникаль мәғариф майҙан.

Был Бөтә Рәсәй мәғариф проекты Санкт-Петербургтағы Александринский театр һәм Рәсәйҙең Милли театрҙар ассоциацияһының берҙәм эше. Был сараны Башҡортостандан тыш, тағы ла Дағстан, Татарстан, Бүрәт, Марий Эл, Коми республикалары, шулай уҡ Сахалин өлкәһе һәм Камчатка крайы театр вәкилдәре ойоштора.

Leave a Reply