ӨФӨЛӘ КАМАЛ ТЕАТРЫ ГАСТРОЛДӘРЕ ТАМАМЛАНДЫ

ӨФӨЛӘ КАМАЛ ТЕАТРЫ ГАСТРОЛДӘРЕ ТАМАМЛАНДЫ

Өфөлә Ғ.Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры гастролдәре тамамланды. Труппа тамашасыларға милли һәм бөтә донъя классик әҫәрҙәре, шулай уҡ хәҙерге авторҙарҙың пьесалары буйынса һигеҙ спектакль ҡуйҙы. Гастролдәр афишаһында һуңғы миҙгел премьералары тәҡдим ителде.

Гастролдәрҙең рәсми асылышы Нур театры сәхнәһендә Фәрит Бикчәнтәев сәхнәләштергән «Һүнгән йондоҙҙар» (К.Тинчурин) спектакле менән асылды. Ә гастролдәр М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Камал театрының визит карточкаһына әүерелгән легендар «Зәңгәр шәл» (К.Тинчурин) музыкаль драмаһы менән тамамланды.

Татар театрының гастролдәре сиктәрендә «Родина» кинотеатрында Ғ.Камал исемендәге Татар дәүләт академия театрының баш режиссерына 60 йәш тулыу уңайынан төшөрөлгән «Фарид Бикчантаев. В поисках свободы» фильмы күрһәтелде. Сеанстан һуң, фильм тураһында фекер алышыу булды, шулай уҡ «Режиссер ФәритБикчәнтәев» китабы тәҡдим ителде.

Гастролдәр бик йылы һәм дуҫтарса атмосферала уҙҙы.