Буласаҡ студенттар менән әңгәмә һөнәр һайлау, әҙәбиәт һәм гуманитар белемдең әһәмиәте темаһына ҡоролдо, шулай уҡ йәштәр өсөн театр өлкәһе тәҡдим иткән мөмкинлектәр телгә алынды.
Осрашыу барышында Зиннур Сөләймәнов уҡыусыларҙы актер һөнәренең бөгөнгө талаптары, классик һәм милли драматургия төшөнсәләре менән таныштырҙы, мәктәптән профессиональ сәхнәгәсә юл үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында Башдрамтеатр өсөн асыласаҡ махсус курстың киләсәктә театр актерына уҡырға теләгәндәр өсөн шәп мөмкинлек булыуын әйтте. М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры өсөн әҙерләнәсәк актерҙарҙың уҡыу процессы республиканың төп милли театры сәхнәһендәге практика менән ҡатнаш бара.
“Башҡорт академия драма театры – бер быуатлыҡ тарихҡа эйә юғары профессиональ театрҙарҙың береһе. Уның өсөн яңы быуын актерҙар әҙерләүҙе лә заман талаптарына ярашлы, төплө ойоштороу яҡлыбыҙ”, – тип билдәләне М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры директоры Зиннур Сөләймәнов. Шулай уҡ тупланасаҡ махсус курстың милли кадрҙар әҙерләүҙә мөһим аҙым һәм йәштәргә үҙ еребеҙҙә юғары белем алыу мөмкинлеге икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.