«ЗАЯТҮЛӘК МЕНӘН ҺЫУҺЫЛЫУ» ПРЕМЬЕРАҺЫ

«ЗАЯТҮЛӘК МЕНӘН ҺЫУҺЫЛЫУ» ПРЕМЬЕРАҺЫ

28 июнь Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Мәжит Ғафури повесы буйынса «Заятүләк менән Һыуһылыу» спектакленең премьерһы үтә.

Пьесаның авторы – М.Малухина, ҡуйыусы режиссёр – И.Ҡаҙаҡбаев, ҡуйыусы рәссам – А.Бубнова, композитор – М.Мезинова, хореограф – И.Оши, рәссам-яҡтыртыусы – С.Скорнецкий, визуаль эффекттар буйынса рәссам – М.Теребиленко, башҡорт теленә тәржемә авторы – Д.Ҡәйүмова.

Ғаилә менән ҡарау өсөн тәғәйенләнгән «Заятүләк менән Һыуһылыу» спектаклендә легендар Заятүләк батыр менән Асылыкүл хакимының ҡыҙы Һыуһылыуҙың мөхәббәте хаҡында бәйән ителә. Боронғо эпостарҙағы кеүек үк, ваҡиғалар ерҙә генә түгел, тылсымлы һыу аҫты донъяһында ла бара. Спектакль эпик-әкиәти юҫыҡта ҡоролған.

Ике батшалыҡ араһында оҙаҡ йылдар дауам иткән дошманлыҡ яңы йүнәлеш ала – яҡындарының үлеме өсөн үс алырға теләп, һәр батшалыҡ һөжүмгә әҙерләнә.

Был хәрби пландарға Заятүләк менән Һыуһылыу араһында ҡапыл ғына барлыҡҡа килгән мөхәббәт кенә ҡаршы тора ала. Ер һәм Асылыкүл батшалыҡтарында йәшәүселәр араһындағы һуғыштар ҙа, яҡын кешенең хыянаты ла, һыу аҫты донъяһының мәкерле халҡы ла – бер ниндәй ҙә һынауҙар ғашиҡтарға ҡамасаулай алмай… Сөнки мөхәббәт барыһын да еңә!

Сағыу костюмдар, йыр-бейеүҙәр, яҡтылыҡ һәм киң форматлы видеопроекция төрлө йәштәге тамашасыларға башҡорт эпосының серле донъяһына тулыһынса сумырға мөмкинлек бирәсәк.

Башлана – 19:00.