Оҙаҡ йылдар дауамында театрға арналған фиҙаҡәр, тырыш хеҙмәте, театр эшмәкәрлегенә ҙур өлөш индергәндәре өсөн күркәм юбилейҙары уңайынан Тамашасылар менән эшләү һәм гастролдәр ойоштороу бүлегенең өлкән администраторы – Зәйнулина Рима Ирик ҡыҙы һәм Костюмдар цехы хеҙмәткәре – Ханмырҙина Нәсимә Фәһим ҡыҙы маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.
Киләсәктә лә ғүмер үрҙәренә арымай-талмай, дәрт, шатлыҡ, өмөт, ышаныс менән атлағыҙ, һеҙгә Аллаһы тәғәлә һаулыҡ, бәхетле оҙон-оҙаҡ йылдар насип итһен.