ЮБИЛЕЙЫҢ МЕНӘН, БАШДРАМ!

ЮБИЛЕЙЫҢ МЕНӘН, БАШДРАМ!

Бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына – 105!

Театр – ул тормош, ул әкиәт, трагедиялар, драмалар һәм комедиялар донъяһы. Төрлө йәштәге кешеләрҙе битараф ҡалдырмаған үҙенсәлекле сәнғәт. Ул тормошто яңы төҫтәр менән байыта, матурлыҡ, мөхәббәт, намыҫ һәм изгелектең мәңгелек ҡиммәттәренә һөйөү уята. Спектаклдәр ҙур эмоциональ заряд бирә, рухи һәм әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлауға булышлыҡ итә, тамашасыларҙың йөрәгендә яуап таба…

Театр коллективын ҡотлайбыҙ! Был ҙур эшкә үҙ өлөшөн индергәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ! Ижади илһам, матур сәхнә эштәре, туҡтауһыҙ алҡыштар, тоғро тамашасылар теләйбеҙ!