«ЯРАТАМ, ТИП ӘЙТЕП ӨЛГӨРМӘНЕМ» СПЕКТАКЛЕНЕҢ ПРЕМЬЕРАҺЫ. ТИҘҘӘН!

«ЯРАТАМ, ТИП ӘЙТЕП ӨЛГӨРМӘНЕМ» СПЕКТАКЛЕНЕҢ ПРЕМЬЕРАҺЫ. ТИҘҘӘН!

23, 24 апрелдә М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында “Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем” спектакленең премьераһы!

Билдәле яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллинаның әҫәре буйынса кинодрама жанрындағы спектаклдең режиссеры Айрат Абушахманов. Спектаклдең ҡуйыусы рәссамы – Альберт Нестеров, композиторы – Рәмис Хәкимов, хореографы – Ринат Абушахманов, видеорежиссеры – Руслан Юлтаев, яҡтыртыу буйынса рәссамы – Сергей Гаевой, немец теленән консультант – Рәмзиә Латипова.

“Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем” спектакле Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан сәхнәләштерелә.
Ирен фронтҡа оҙатҡанда ун туғыҙ йәштә генә ҡалған Фәрхинур ғүмер буйы “яратам” тип әйтеп өлгөрмәгәненә үҙен ғәйепле тойоп йәшәй. Һуғыштан бер бөртөк хаты менән “хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡағыҙы ғына килгән Нурулланың яҙмышы алтмыш дүрт йылдан һуң асыҡланғас, ул алыҫ Германияға, иренең аҫыл һөйәктәре ятҡан ергә, барырға ниәтләй.
Һикһәнде уҙған оло кешегә, тыуған ауылынан дүрт мең саҡрым ара үтеп, ғүмер буйы күңелендә йөрөткән тойғоларын әйтергә насип булырмы?

12+
Билеттар театр кассаһында һәм сайтында.