ЯҢЫ СПЕКТАКЛЬ ӨҪТӨНДӘ ЭШ БАШЛАНДЫ

ЯҢЫ СПЕКТАКЛЬ ӨҪТӨНДӘ ЭШ БАШЛАНДЫ

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы яңы йылды донъя драматургияһының иң бөйөк әҫәрҙәренең береһе – Антон Чеховтың «Ваня ағай» пьесаһы өҫтөндә эш менән башланы. Бөгөн театрҙа актёрҙар саҡырылған режиссёр Степан Пектеев һәм ҡуйыусы рәссам Катерина Андреева менән осрашты.

Степан Пектеев – танылыу яулап өлгөргән йәш сәхнә оҫтаһы. Ул 1988 йылда Йошкар-Ола ҡалаһында тыуған. 2013 йылда Санкт-Петербург дәүләт театр сәнғәте академияһын, 2015 йылда Валерий Фокин менән Андрей Могучий етәкселегендәге сәхнә постановкалары оҫталығы факультетының магистратураһын тамамлаған. Уҡыуҙан һуң Г.А.Товстоногов исемендәге Ҙур драма театрында Андрей Могучий менән бергә эшләгән.

Уның режиссёрлыҡ биографияһына Рәсәйҙең төрлө театрҙарында ҡуйылған спектаклдәре инә: Канск драма театрында Анна Яблонскаяның пьесаһы буйынса «Лодочник»; «Театр на Спасской»ҙа К.Чуковскийҙың әҫәре буйынса «Муха-Цокотуха» һәм «Мюнхгаузен»; Милли коми-пермяк драма театрында Христо Бойчевтың «Оркестр “Титаник”» һәм Ася Волошинаның «#холодноелето» һәм башҡалар.

Бынан тыш, ул заманса Рәсәй һәм Европа драматургияһы лабораторияларында әүҙем ҡатнаша. Өфө тамашасыһына Степан Пектеев күптән таныш: М.Шкетан исемендәге Мари милли драма театрының «Иван Кырла. Путёвка в жизнь» спектакле менән ул 2024 йылда үткән «Туғанлыҡ» VIII Халыҡ-ара милли театрҙар фестивалендә «Иң яҡшы режиссёр эше» номинацияһында еңеү яуланы.

«Ваня ағай» – ике театрҙың – Башдрамтеатр менән М.Шкетан исемендәге Мари милли драма театрының уртаҡ проекты. Был проект Милли театрҙар ассоциацияһы һәм уның рәйесе – Александринка театры президенты Валерий Фокин ярҙамы менән тормошҡа ашырыла. Төрлө милләт вәкилдәренән төҙөлгән яңы интерпретация театр миҙгеленең мөһим ваҡиғаһына әйләнергә вәғәҙә итә һәм төрлө фестиваль майҙансыҡтарында ҡатнашырға планлаштырыла.

Премьера март уртаһында билдәләнгән. Спектаклдә башҡорт сәхнәһенең йондоҙҙары – Фәнис Рәхмәтов, Милена Сираева, Илүзә Күсәбаева, Лилиә Ғәлина, Эльвира Юнысова, Азат Вәлитов, Руслан Хайсаров, Илсур Байымов, Гүзәл Маликова һәм Минзәлә Хәйруллина ҡатнашасаҡ. Музыкаль биҙәлеш өҫтөндә композитор Евгений Роднянский эшләй.

Антон Чеховтың «Ваня ағай» әҫәре – режиссёрҙарҙы һәм тамашасыларҙы быуаттан ашыу ваҡыт тулҡынландырған пьеса. Степан Пектеевтың был спектаклендә Чехов драматургияһындағы ваҡыт тәбиғәтен өйрәнеүгә баҫым йүнәлтелә.
«Беҙҙе бер мәл ысынбарлыҡ булған, киләсәк тураһында хыялланған дәүерҙәр буйлап сәйәхәт көтә. Был – Чеховтың квинтэссенцияһы, уның ваҡытты тойоуы. Шул ваҡытты аңларға теләгем бик ҙур», – тип уртаҡлаша режиссёр.

Әйткәндәй, М.Ғафури исемендәге театр сәхнәһендә «Ваня ағай» һуңғы тапҡыр 1954 йылда Шәүрә Мортазина ҡуйылышында уйналған.