ЯҢЫ ЙЫЛ МЕНӘН!

ЯҢЫ ЙЫЛ МЕНӘН!

Яңы 2025 йыл менән ҡайнар ҡотлайбыҙ һеҙҙе, театр һөйөүсе дуҫтарыбыҙ! Күркәм байрам ҡотло булһын! Барыбыҙға ла сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстар, аҡ бәхеттәр, һәр изге эштәрегеҙҙә ҙур уңыштар юлдаш булһын! Бөтә үпкəләр, уңышһыҙлыҡтар, үкенестәр үтеп барған йылда ҡалһын, ә Яңы йыл һәммәһен дә йылмайып ҡаршылаһын.
Барлыҡ татлы хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын!
Яңы йылдар килһен бәхет алып,
Яңы йылдар килһен йылмайып,
Күңелдәрҙә мәңге шатлыҡ булһын,
Йәшәмәгеҙ дуҫтар моңайып!