Дуҫтар, һеҙҙе М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры исеменән Яңы 2026 йыл менән ҡотлайбыҙ!
Һәр ҡайһыбыҙға яҡты киләсәккә, мөғжизәгә ышаныс бүләк иткән был байрамды рәхмәтле булып ҡаршы алып, алдыбыҙға ҡыйыу маҡсаттар ҡуяйыҡ, яңы үрҙәр яулайыҡ. Башҡорт театр сәнғәте күгендә яңы йондоҙҙар балҡыһын, йыл сағыу ваҡиғаларға бай булһын! Хуш киләһең, Яңы йыл!
