1 Май – илебеҙ халҡының берҙәмлеген, татыулығын сағылдырыусы күңелле байрам. Хеҙмәт һәммәбеҙҙе берләштерә, бер маҡсатҡа тупланып, киләсәккә ҡарап эшләргә өйрәтә. Өлкән быуын өсөн был көн берҙәмлекте белдергән булһа, ә балалар, йәштәр өсөн – тәбиғәттең сәскә атыу мәле.
Барығыҙҙы ла шытып сыҡҡан йәшел сирәм, ағастар япраҡ ярған Яҙ байрамы менән ҡотлайбыҙ. Уның һулышы күңелегеҙгә нур өҫтәһен, бәхет ҡояшы көндән-көн яҡтыраҡ янһын, еребеҙ бәрәкәтле, мул уңышлы булһын. Илебеҙгә, йорттарыбыҙға, ғаиләләрбеҙгә именлек, бәхет теләйбеҙ!