16-23 майҙа Башҡортостандың баш ҡалаһы – Өфөлә «Туғанлыҡ» халыҡ-ара милли театрҙар фестивале үтәсәк. Быйыл фестиваль һигеҙенсе тапҡыр уҙғарыла. Хәҙерге “Туғанлыҡ” үҙенең сиктәрен киңәйтте һәм хәҙер ул милли театрҙар фестиваленә әүерелде. Был көндәрҙә Абхазия, Ҡаҙағстан, Сыуашстан, Татарстан, Тыва, Хакасия, Дағстан, Төнъяҡ Осетия, Ҡалмыҡстандың алдынғы театр коллективтары йыйыласаҡ.
Фестивалдең төп майҙансығы булып – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры тора. Фестиваль етәксеһе Иршат Фәйзуллин. Художество етәксеһе, театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов һәм театр тәнҡитсеһе Айһылыу Сәғитова.
Фестиваль театр сәнғәтен артабан үҫтереү, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренең һәм сит илдәрҙең профессиональ театр коллективтары араһында ижади бәйләнештәрҙе нығытыуға булышлыҡ итеү маҡсатында ойошторола.