ВАНЯ АҒАЙ

Спектаклдә «кешенең йәшәү парадоксы», йәғни геройҙарҙың көндәлек мәшәҡәттәргә сумып, яҙмыштарының мөһим боролоштарын күҙ уңынан ысҡындырып ебәреүе тураһында һүҙ бара. «Ваня ағай» әлеге сәхнәләштереүҙә психологик театр традицияларына тоғро ҡалһа ла, ул заманса яңғырай – тамашасыны ваҡыт ағышы, юғалған мөмкинлектәр һәм кешелек йәшәйешенә ҡағылышлы мәңгелек һорауҙар тураһында уйланырға саҡыра.
Чехов яҙғанса, кеше үҙ ғүмеренең ниндәйҙер бер һынылыш осорона етеп, үткән тормошона боролоп ҡарай һәм шул мәлдә уның күңелендә бөтә тормошон яңынан башларға, тигән көслө теләк тыуа. Ләкин был хәл мөмкинме һуң? Әллә ваҡыт тигәнең, беҙҙе тормошҡа ашмаған өмөттәр һәм мөмкинлектәр үкенесе ҡамауында ҡалдырып, бөтөнләйгә ташлап китәме?
«Ваня ағай» – М.Ғафури ис. Башҡорт академия драма театрының һәм М.Шкетан ис. Мари милли драма театрының спектакль-коллаборацияһы, Рәсәйҙең Милли театрҙар ассоциацияһы булышлығында тормошҡа ашырыла.

 

Режиссёр – Степан Пектеев (Санкт-Петербург)

Ҡуйыусы рәссам – Катерина Андреева (Санкт-Петербург)

 

Композитор – Евгений Роднянский (Санкт-Петербург)

Ролдәрҙә:

Серебряков Александр  Владимирович – Фәнис Рәхмәтов

 

Елена Андреевна – Милена Сираева

 

Софья Александровна (Соня) – Лилиә Ғәлина / Илүзә Күсәбаева

 

Войницкая Мария Васильевна – Эльвира Юнысова

 

Войницкий Иван Петрович – Азат Вәлитов

 

Астров Михаил Львович – Руслан Хайсаров

 

Телегин Илья Ильич – Илсур Байымов

 

Марина – Миңзәлә Хәйруллина / Гүзәл Маликова Ба

Авторы спектакля

Richard Hernandez

Vice Chairman

Действующие лица и исполнители

IMG_5106 ББ
IMG_5155 ББ
IMG_5262 ББ
IMG_5296 ББ
IMG_5515 ББ
prev-1011
IMG_5625 ББ
prev-1005
prev-1002
prev-1018
IMG_5203 ББ
IMG_5790 ББ
IMG_5870 ББ