УРАҘА БАЙРАМЫ МЕНӘН!

УРАҘА БАЙРАМЫ МЕНӘН!

Хөрмәтле мосолмандар! Һеҙҙе изге Рамаҙан айының тамамланыуы һәм Ураҙа байрамы менән бөтә йөрәктән ҡотлайбыҙ!

Мөбәрәк Ураҙа байрамы изге Рамаҙан айының төп ғәмәлдәрен – рухи таҙарыныуҙы, тыныслыҡҡа ынтылыуҙы, шәфҡәтлелекте һәм изге эштәр ҡылыуҙы кәүҙәләндерә. Был ҡиммәттәр барлыҡ дини конфессиялар вәкилдәре өсөн дә берҙәй үк яҡын һәм аңлайышлы. Улар дуҫлыҡҡа, ижадҡа, изгелеккә һәм миһырбанлылыҡҡа, мохтаждарға ярҙам итеүгә өндәй, тыныслыҡ һәм теләктәшлек нигеҙҙәре булып тора.

Был бөйөк байрамда һәр йортҡа йылылыҡ һәм шатлыҡ, татыулыҡ, изгелек, именлек теләйбеҙ. Ураҙа байрамы барығыҙға ла күңел тыныслығы, үҙ көсөңә ышаныс бирһен, һәр кемдең тормош юлы изге эштәр һәм ғәмәлдәр менән күмелһен. Ныҡлы һаулыҡ һәм бәхет, эштәрегеҙҙә уңыштар, тыныслыҡ һәм именлек һеҙгә!