Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры, бөйөк әҙип Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл! Ул беҙҙең халыҡтың йөрәгендә яҡты йондоҙ булып балҡый. Мостай Кәрим ижады – ул тыуған ергә, халҡына булған сикһеҙ һөйөү һәм тоғролоҡ өлгөһө. Уның шиғырҙары, хикәйәләре һәм драмалары быуындан-быуынға күсеп, рухыбыҙҙы байыта, күңелдәргә илһам бирә. Ошо иҫтәлекле көндә Мостай Кәримдең рухын хөрмәтләп, уның мираҫын киләһе быуындарға тапшырайыҡ!
Ошо иҫтәлекле көндә, М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә драматургтың мәшһүр “Ҡыҙ урлау” музыкаль комедияһы (режиссер И. Ҡаҙаҡбаев) күрһәтеләсәк.
Хөрмәтле тамашасылар! Бөйөк яҙыусыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алайыҡ!