16 майҙан 23 майға тиклем Башҡортостандың баш ҡалаһы – Өфөлә «Туғанлыҡ» халыҡ-ара милли театрҙар фестивале үтәсәк. Быға тиклем ул “төрки телле театрҙар фестивале” тип аталһа, хәҙерге “Туғанлыҡ” үҙенең сиктәрен киңәйтеп, милли театрҙар фестиваленә әүерелде.
Был көндәрҙә Татарстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төньяҡ Осетия, Хакасия, Сыуашстан, Ҡалмыҡстан, Абхазия, Тыва һәм Дағстандың алдынғы театр коллективтары йыйыласаҡ.
Фестиваль театр сәнғәтен артабан үҫтереү, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренең һәм сит илдәрҙең профессиональ театр коллективтары араһында ижади бәйләнештәрҙе нығытыуға булышлыҡ итеү маҡсатында ойошторола. Билеттарҙы М.Ғафури исем. Башҡорт академия театрының официаль сайтында һатып алырға мөмкин.