ХАНОВ ОЛЕГ ЗАКИР УЛЫ

ХАНОВ ОЛЕГ ЗАКИР УЛЫ

Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы  (1983)

Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1987)

Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1981)

Рәсәй Дәүләт премияһы лауреаты (1996)

Рәсәй театр эшмәкәрҙәре Союзының А.Яблочкина исемендәге премияһы лауреаты (1995)

«Ырымбур лираһы» премияһы лауреаты (2002, 2012)

Актер оҫталығы кафедраһы буйынса профессор, Санкт-Петербург Фән һәм сәнғәт академияһының ағза — корреспонденты (2005)

«Актер оҫталығы. Иң яҡшы ир-ат роле» номинацияһы буйынса К.С.Станиславский исемендәге Халыҡ-ара премия лауреаты (2014)

«Василий Шукшин» миҙалы (2015)

Салауат Юлаев ордены (2016)

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының художество етәксеһе (2012-2019)

Олег Закир улы Ханов 1973 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын (хәҙерге З.Исмәғилев ис. Өфө сәнғәт академияһы, Ғ.Ғиләжев, Ф.Ҡасимова курсы) тамамлаған. Ижад биографияһы ҡабатланмаҫ ижад стилен булдырған төрлө ваҡиғаларға бай: иңендә ҙур актерлыҡ тәжрибәһе, режиссерлыҡ ижады, административ һәм художество етәкселек эшмәкәрлеге.

Олег Закир улы ижад юлын Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында башлай. Сәхнәләге тәүге роле — Мостай Кәримдең «Айгөл иле» драмаһындағы Ричард Галин. Артабанғы йылдарҙа ла Олег Ханов Мостай Кәрим пьесалары буйынса спектаклдәрҙә йыш уйнай: Кендек («Яҙмыштарҙан уҙмыш бар», был роль өсөн артист БР-ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була), Дәрүиш («Ай тотолған төндә»), Әҙәмшаһ («Ташлама утты, Прометей!»), Шөкөр («Ҡыҙ урлау»), Мәхмүт («Йәйәүле Мәхмүт»).

Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Олег Ханов милли, рус һәм сит ил, классик авторҙар әҫәрҙәрендә таныла: А.Вампиловтың «Өлкән улым» пьесаһында Сарафанов, Ф.Кроммелинктың «Иҫ китмәле мөгөҙлө шәп ир» әҫәрендә Бруно, Ф.Бүләковтың «Бибинур, ах, Бибинур!» пьесаһында Абдрахман (был спектакль өсөн пьеса авторы Флорид Бүләков, режиссер Рифҡәт Исрафилов, рәссам Таң Еникеев һәм Олег Ханов Рәсәй Дәүләт премияһына лайыҡ була) һәм башҡа ролдәр башҡара.

1983-1999 йылдарҙа Башҡортостан театр эшмәкәрҙәре Союзын етәкләй.

1989-1993 йылдарҙа О.З. Ханов Республика йәш тамашасы театрының художество етәксеһе (хәҙерге М.Кәрим ис. Милли йәштәр театры) булып эшләй. Яго («Отелло» У.Шекспир), Ҡарабай (С.Мусрепов «Мөхәббәт тураһында легенда»), Адмирал (Ф.Бүләков «Мөхәббәт реестры») һәм башҡа ролдәр ижад итә.

Артабан Олег Ханов 3 йыл Мәскәүҙең А.Райкин исемендәге «Сатирикон» Рәсәй дәүләт театрында эшләй. «Сатирикон» сәхнәһендә режиссер Р.Стуруа ҡуйған У. Шекспирҙың Гамлет трагедияһында Полоний ролен уйнай.

Шул уҡ йылдарҙа О.Ханов Э.Шмидт, Ж.Фейдо пьесалары буйынса спектаклдәргә йәлеп ителә (Ҡазан).

Режиссер Олег Ханов спектаклдәре рәсәй классик, сит ил һәм милли драматургияға нигеҙләнә.

1998-2004 йылдарҙа Туймазы Татар дәүләт драма театры сәхнәһендә ул Ф.Шиллерҙың «Мәкер һәм мөхәббәт» пьесаһын сәхнәләштерә, спектакль Мәскәүҙә 2-се тапҡыр уҙғарылған Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары театрҙары фестивелендә ҡатнаша. 2000 йылда Н. Хикмәттең «Онотолған әҙәм» әҫәре буйынса ҡуйған спектакле Төркиәнең Анкара ҡалаһында уҙғарылған «Заман драматургияһы һәм театры» Рәсәй — Төрөк фестиваленә саҡырыла (Анкара), 2003 йылда О. Ханов У.Шекспирҙың «Гамлет» трагедияһы менән Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары театрҙарының V фестивалендә ҡатанаша (Лысьва, 2004).

2000 йылдан М.Горький исемендәге Ырымбур дәүләт өлкә драма театрының художество етәксеһе, күренекле режиссер Рифҡәт Исрафилов менән тығыҙ ижади хеҙмәттәшлек итә, сәхнәлә күп тәрән ролдәр тыуҙыра. Шул уҡ ваҡытта Ырымбур сәнғәт институтында уҡыта.

2007 йылда Олег Ханов Наполеон ролен уйнаған И. Губач пьесаһы буйынса «Корсиканка» спектакле «Ҡырым һандығы» фестивалендә (Ҡырым, Симферополь гастролдәре) ҡатнаша.

2008 йылда О.Ханов А.Вампилов пьесаһы буйынса «Өлкән улым» спектаклендә Сарафанов ролен башҡара, был спектакль Театр мәктәптәренең IV «Һинең шансың» (Мәскәү) фестивалендә уйнала, Олег Ханов фестивалдә режиссер-педагог булараҡ та сығыш яһай. М. Лермонтовтың «Маскарад» драмаһы менән IX Волков фестиваленә саҡырыла. Был спектаклдәге Арбенин роле өсөн О. Ханов Н.Х.Рыбаков исемендәге «Рәсәй актеры» Өсөнсө фестиваленең «Иң яҡшы ир-ат роле» номинацияһында еңеүсе була (Тамбов, 2009). Ошо уҡ йылды Олег Ханов ҡуйған «Ул ҡайтты» (Ә.Атнабаев) драмаһы «Театр яҙы» Республика фестивалендә өс номинацияла билдәләнә.

Олег Ханов 2009 йылдан Салауат Башҡорт дәүләт драма театрының баш режиссеры булып эшләй.

2004-2017 йылдарҙа Салауат театры сәхнәһендә 12 спектакль ҡуя:

«Зәйтүнгөл» /Н.Асанбаев, 2005/

«Сейәлетау» /Н.Асанбаев, 2005/

«Шулай булды шул…» /Т.Миңнуллин, 2006/

«Көҙгө мөхәббәт» /А.Островский, 2007/

«Аҡҡош йыры» /А.Чехов, 2008/

«Минең ҡәйнәм әүлиә» /С.Белов, 2009/

«Ул ҡайтты» /Ә.Атнабаев, 2009/

«Ҡартайған да тыртайған» /М.Бағаев, 2010/

«Риүәйәт» /Т.Миңнуллин, 2010/

«Сейәле тау» /Н.Асанбаев, 2011/

«Әллә яңылыш, әллә яҙмыш» /Т.Миңнуллин, 2012/

«Көтөлмәгән ҡунаҡ» /Т.Джюдженоглу, 2017/

2010 йылда Рәсәйҙә 8-се тапҡыр үткәрелгән Бәләкәй ҡалалар фестивалендә Салауат Башҡорт дәүләт драма театры Олег Ханов ҡуйған А.Чехов пьесаһы буйынса «Аҡҡош йыры» спектакле менән ҡатнаша. Олег Ханов был әҫәрҙә Светловидов ролен башҡара.

2012 йылда М.Горький исемендәге Ырымбур дәүләт өлкә драма театры «Ричард – III» (У.Шекспир) спектакле менән Сочи ҡалаһында үткән «Театраль Олимп» Федераль фестивалендә сығыш яһай. Ричард III — Олег Ханов.

2012 йылдан О.З.Ханов Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында сәхнәләштергән спектаклдәре:

«Бирнәһеҙ ҡыҙ» / А.Островский, драма, 2012 й./

«Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» / Т.Ғарипова, мюзикл, 2013 й./

2013 й. — С.Айытматов повесы буйынса «Аҡ пароход» (инсц. авторҙары — Л.Зайкаускас, О.Ханов) драмаһында Момун ролен башҡарҙы. Казағстан Республикаһында Башҡортостан Республикаһы көндәре сиктәрендә «Аҡ пароход» спектакле Астана һәм Ҡостанай ҡалаларында күрһәтелде.

«Яңғыҙҙар ташы» (Ә.Ғаязов, 2014 й.)

«Ғәфү ит мине!» (И.Герман, 2014 й.)

«Ҡаһым түрә» (Б.Бикбай, Х.Иргалин, 2015 й.)

«Ике төш» (М.Бағаев, 2015 й. )

«Йософ һәм Зөләйха» (Ҡол Ғәли. Ю.Сафиуллин инсц., 2015 й.)

«Мин һинең ҡәйнәң булам» (С.Белов, 2016 й.)

«Иң бәхетле төн» (А.Касона, 2018 й.)

Играет в спектаклях:

ҺӨЙӘҺЕҢМЕ – ҺӨЙМӘЙҺЕҢМЕ… роль: Ҡарт
ЭҢЕР ТӨШКӘС роль: Вәсил
ГӨЛБОСТАН роль: Күсәрбай
ҠЫҘ УРЛАУ роль: Әжмәғол