10-16 ноябрҙә Ҡазанда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының “Ҙур гастролдәре” үтә.
Ике туғандаш республиканың сәнғәте өсөн мөһим сара
Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министрлығының Бөтә Рәсәй гастроль-концерт планына ярашлы РОСКОНЦЕРТ учреждениеһы тарафынан ойошторола.
Спектаклдәр Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар академия театры сәхнәһендә уйналасаҡ. Гастролдәрҙе асыу тантанаһы һәм программаның тәүге спектакле – “Бөйрәкәй” – Татарстан урамы, 1 адресы буйынса, башҡа спектаклдәр Һаҙый Таҡташ урамы, 74-се йорттағы яңы, заманса бинала урын аласаҡ.
Күптән түгел М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры делегацияһы – директор вазифаһын башҡарыусы Зиннур Сөләймәнов, Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, Башҡортостандың халыҡ артисы Римма Ҡаһарманова Ҡазан ҡалаһында алмаш гастролдәр алды матбуғат конференцияһында ҡатнашып, Ғ. Камал исемендәге Татар академия театры етәкселеге, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашып ҡайтты.
Ҡазан тамашасыһына Башҡортостандың төп театрынан һуңғы йылдарҙа сыҡҡан, төрлө фестивалдәрҙә еңеү яулап өлгөргән спектаклдәр тәҡдим ителәсәк.
Алмаш гастролдәрҙең фәҡәт Татарстан театр сәнғәтенең тарихи сәхнәһендә башланып китеүе ҙур ҡыуаныс, мәртәбә, – ти башдрамдар.