Ил президенты Владимир Путин указына ярашлы Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының ижади етәксеһе Айрат Әхтәм улы “Мәҙәниәттә һәм сәнғәттәге хеҙмәттәре өсөн” миҙалы менән бүләкләнде.
“Алты йыл элек етәкселек итә башлап, Айрат Абушахманов республиканың төп театрын яңы кимәлгә сығарҙы, тамашасыларҙы тиҫтәләгән сағыу спектаклдәр менән ҡыуандырҙы. Айрат Әхтәм улының хеҙмәте Башҡортостан сәнғәтен мәртәбәле фестивалдәрҙә лайыҡлы танытыуға, тулы залдар йыйыуға өлгәште”, – тине төбәк Башлығы Радий Хәбиров Республика көнө уңайынан дәүләт наградаларын тапшырыу сараһында.
Театр коллективы исеменән Айрат Әхтәм улын ҡотлайбыҙ, һүнмәҫ ижад, асыштар теләйбеҙ!
