Дуҫтар, фестивалдең экваторына ла килеп еттек, оло сәфәребеҙҙең яртыһы артта ҡалды! Һәр көн фәһемле асылыуҙарға, иҫтә ҡалырлыҡ ижади осрашыуҙарға бай булды, дүртенсе көн дә ошо йолаға тоғро ҡалды. Белем биреү программаһы ҡатнашыусыларҙы йәнә бергә йыйҙы: Родион Белецкий һәм Дмитрий Кошминдың оҫталыҡ дәрестәре, ә Башдрамтеатрҙың Бәләкәй сәхнәһендә Артём Лаврентьевтың «Нейроселтәрҙәр һәм театр» лекцияһы үтте. Театр доньяһы заманса яңылыҡтарҙан, цифрлы мөмкинлектәрҙән илһам ала, инновациялар йүнәлешендә ҡыйыуыраҡ аҙымдар яһай. Ҡаланың төрлө сәхнәләре бөтә йәштәге тамашасыға яңы тәьҫорат бүләк итте. Өфө Йәш тамашасы театры сәхнәһендә “Денискины рассказы” (В.Драгунский, реж. А. Кузин) спектаклендә мажаралар һәм ихлас көлкөлө мәлдәр. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында башҡорт халыҡ эпосына нигеҙләнгән сағыу “Аҡбуҙат” (реж. И. Казакбаев) спектакле күрһәтелде, ул тамашасыны традициялар яҡтыһы һәм көслө образдар менән һоҡландырҙы.
Фестиваль дауам итә, беҙ һәр көндөң тәьҫораттарын йыябыҙ, яңы ижади осрашыуҙар көтәбеҙ!