24 март фестиваль сағыу ваҡиғалар менән дауам итте! Дмитрий Кошмин менән сәхнә теле лабораторияһының һуңғы дәрестәре үтте, ә драматургтар өсөн Родион Белецкий етәкселегендәге «Сценария бүлмәһе» мастер-классы дауам итте.
Көндөҙ Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Сибай ҡалаһының «Сулпан» балалар театры «Герой» (Д. Ҡәйүмова, реж. Ф. Гарипов) спектаклен ҡуйҙы.
Кисен М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә Стәрлетамаҡ ҡалаһының Дәүләт рус драма театры тарафынан ҡуйылған «Дядя Ваня» (А. Чехов, реж. Д. Акимов) спектакле күрһәтелде. Классика тамашасыларҙы йәнә бергә тупланы.