“Ваня ағай” – үҙ мөхитенә тотошлай йәлеп итер, камера спектакль. Тамашасылар уны сәхнәнән ултырып ҡараясаҡ. Хәл-ваҡиғаларҙың үҙәгендә, актерҙарҙан бер аҙымдай ғына аралыҡта, сәхнә менән зал араһындағы сикте юйып тамаша ҡарауҙы театрҙың тоғро дуҫтары “Ҡара йөҙҙәр” спектакле буйынса ла күреп беләлер.
Бындай алым сәхнәлә барғанды күҙәтеп кенә түгел, тамашасыға унда ҡатнашып, актерҙар уйынының бар нескәлектәрен, спектаклдең тере һулышын тойоү мөмкинлеген бирә.
⚠️Шуға күрә һуңламауығыҙ һорала!
Урындарҙың үҙенсәлекле теҙелеүен иҫәпкә алып, һуңлап килгәндәр спектаклгә инә алмаясаҡ. Башҡа бер мөхиткә өйрәнеү, урындарҙы теүәлләү өсөн тамашаға алдараҡ килегеҙ!
Сәхнәлә осрашҡанға тиклем – премьерала күрешербеҙ!