ТЕАТР МУЗЕЙЫНДА «КОСТЮМДЫҢ МИНИАТЮР КҮСЕРМӘҺЕНДӘГЕ СПЕКТАКЛЬ» КҮРГӘҘМӘҺЕ АСЫЛА

ТЕАТР МУЗЕЙЫНДА «КОСТЮМДЫҢ МИНИАТЮР КҮСЕРМӘҺЕНДӘГЕ СПЕКТАКЛЬ» КҮРГӘҘМӘҺЕ АСЫЛА

27 марттан алып 28 июнгә тиклем театр музейында сәхнә костюмдары сәнғәтенә арналған «Миниатюрала – сәхнә костюмдары» күргәҙмәһе эшләй.

Тегеү цехының начальнигы, үҙ эшенең тәжрибәле оҫтаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ия Дмитриевна Стародумова етәкселегендә төрлө йылдарҙағы спектаклдәргә тегелгән сәхнә костюмдарының миниатюр күсермәләре булдырылды.

Театр костюмы миниатюраһы – ул күсермә генә түгел, ә үҙаллы сәнғәт төрө. Ул тамашасыға костюмдар тегеү оҫталығын, ҡатмарлы декорҙы һәм бесеү нескәлектәрен ентекләп ҡарарға мөмкинлек бирә – ҙур залда күҙҙән ысҡынып торған нәмәләрҙе лә.

Күргәҙмәне спектакль алдынан һәм тәнәфес ваҡытында ҡарарға мөмкин.

Күргәҙмә кураторы: театрҙың музей мөдире Азалия Балгазина
Телефон: 273-80-27