ТЕАТР ЕТӘКСЕЛЕГЕ ВАХТАНГОВ ФЕСТИВАЛЕНДӘ ҠАТНАШТЫ

ТЕАТР ЕТӘКСЕЛЕГЕ ВАХТАНГОВ ФЕСТИВАЛЕНДӘ ҠАТНАШТЫ

🎭Театрҙың йөрәге сәхнә һәм унда ҡуйылған спектакль булһа, шаршауҙың икенсе яғында тамашаны төрлө яҡлап әҙерләүсе цехтар һәм бүлектәр барлығы мәғлүм ки.

4-8 декабрҙә Мәскәү ҡалаһында театр менеджерҙарының Вахтангов фестивале үтте. Быйыл ул мәҙәни инициативалар буйынса Президент фонды ярҙамында Рәсәй театр эшмәкәрҙәре союзының 150 йыллығы сиктәрендә ойошторолоп, илдең 71 төбәгендә урынлашҡан 513 мәҙәниәт ойошмаһынан 835 етәксене бер майҙанға йыйҙы. Театр эшмәкәрлегенә бәйле ҡорҙа был сәнғәт төрөнөң төплө һәм заманса үҫеш юлдары, ижади алымдары, мөхиттең шәхси үҙенсәлектәре буйынса һорауҙар күтәрелде, сығыштар, йәнле аралашыу булдырылды.

Вахтангов фестивалендә Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының директор вазифаһын башҡарыусы Зиннур Сөләймәнов ҡатнашты. Фестивалдең һуңғы көнө “Лидер булыу сәнғәте” темаһына ярашлы үтте. Әминә Ивнәй ҡыҙы “Министр как продюссер” секцияһында мәҙәниәт өлкәһендәге күп йыллыҡ уңышлы хеҙмәтенә таянып, төбәктәге театрҙар менән идара итеү, һөнәри эшмәкәрлекте камиллаштырыу буйынса тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
– Сәнғәттә лидер булыуҙың асылын хеҙмәткәрҙәргә ҡолас йәйеп эшләрлек, ижад итерлек шарттар булдырыуҙа күрәм, – тине Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.

Сәнғәт менән идара итеү – үҙе бер сәнғәт, тигән фекерҙе ҡеүәтләгән Вахтангов фестивале сиктәрендә М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры менән Мәскәү өлкәһенең Пушкинский ҡалаһындағы Пушкин музыкаль-драма театры араһында меморандумға ҡул ҡуйылды. Ике театр араһында мәҙәни хеҙмәттәшлек булдырып, башҡорт театрының Борис Урецкий етәкселегендәге “Пушкин театр фестивале”ндә ҡатнашыуы ихтимал. Шулай уҡ Санкт-Петербург, Усть-Илимск, Рязань ҡалаларындағы театрҙар менән киләсәктә уртаҡ проекттар өҫтөндә эшләү хаҡында килешеүҙәр төҙөлдө.

Театр менеджерҙары фестивалендә бөгөн был өлкәгә хеҙмәт иткән күренекле етәкселәр – Вахтангов театрының художество етәксеһе, Рәсәйҙең театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Владимир Машков, Вахтангов театры директоры, фестиваль етәксеһе Кирилл Крок, Александра театры директоры Александр Малич, ГИТИС ректоры Григорий Заславский, А. Чехов исемендәге Мәскәү Художество театры етәксеһе Константин Хабенский сығыштары яңғыраны, театр цехтары эшмәкәрлегендә заманса алымдар ҡулланыу, өлкәгә йәш көстәрҙе йәлеп итеү мөмкинлектәре һөйләшелде.

– Фестиваль эшлекле һәм дуҫтарса йылы рухта үтте, илдең төрлө төбәктәренән йыйылған коллегаларыбыҙ менән аралашыу киләсәктә федераль кимәлдәге уртаҡ ижади проекттарға әүерелер, тигән өмөттә ҡалабыҙ, – ти М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры директоры вазифаһын башҡарыусы Зиннур Сөләймәнов.