ТЕАТР ДЕЛЕГАЦИЯҺЫ МИЛЛИ МӘКТӘПТӘР ДИРЕКТОРҘАРЫ ФОРУМДА СЫҒЫШ ЯҺАНЫ

ТЕАТР ДЕЛЕГАЦИЯҺЫ МИЛЛИ МӘКТӘПТӘР ДИРЕКТОРҘАРЫ ФОРУМДА СЫҒЫШ ЯҺАНЫ

М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры директоры Зиннур Сөләймәнов, Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев Милли мәктәптәр директорҙары менән осрашыуҙа З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты базаһында Башдрамтеатр өсөн актерҙар әҙерләйәсәк махсус курс тураһында һөйләште.

Институтта “Актер оҫталығы” курсына 11 класты тамамлаған егет һәм ҡыҙҙар алына. Улар өсөн дүрт турҙан торған имтихан үткәрелә. Киләсәктә актер булырға теләгән уҡыусылар мәктәптә рус теленән (кәмендә 36 ббал) һәм әҙәбиәтенән (кәмендә 32 балл) Берҙәм Дәүләт Имтиханы тапшырырға тейеш. Милли мәктәптәрҙә белем алған балалар араһынан уҡырға яратҡан, әҙәбиәт, театр менән ҡыҙыҡһынған, киләсәген сәхнәлә күҙаллаған егет һәм ҡыҙҙарҙы күреү, уларға һөнәр һайлауҙа кәңәш, мәғлүмәт менән ярҙам итеү башҡорт театр сәнғәтенә, ҡарата ихтирам һәм хәстәр ҙә ул. З. Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтында уҡыу процесы театр менән тығыҙ бәйләнештә алып барыла, студенттарға күренекле сәхнә оҫталары менән аралашыу, уларҙың ижад юлы менән танышыу, тәжрибәһен өйрәнеү мөмкинлеге бирелә.

Форум ҡатнашыусылары менән әңгәмәлә башҡорт мөхитендә тәрбиәләнгән, милли мәктәптә белем алған, республиканың төп театры сәхнәһенә сығасаҡ яңы быуын актерҙар әҙерләүҙең уртаҡ маҡсат икәнлеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды.