2025 йылдың 17, 18 майында М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Астана ҡалаһының “Жастар театры” сәхнәһендә ҡаҙаҡ тамашасыһына ике спектакль тәҡдим итәсәк.
17 майҙа – Таңсулпан Ғарипованың әҫәре буйынса театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов ҡуйған “Бөйрәкәй” спектакле. Әйтергә кәрәк, был спектакль гастролгә Астана ҡалаһының “Жастар театры” художество етәксеһе Нурҡанат Жаҡыпбайҙың махсус саҡырыуы буйынса бара. “Бөйрәкәй” спектакле менән Нурҡанат Жаҡыпбай “Туғанлыҡ-2024” Халыҡ-ара милли театрҙар фестиваленең Эксперт советы ағзаһы булараҡ танышыуы мәғлүм.
18 майҙа Астана ҡалаһының “Жастар театры” сәхнәһендә Башҡорт академия драма театры Мәжит Ғафури әҫәре буйынса “Ҡара йөҙҙәр” спектаклен күрһәтә. Уның ҡуйыусы режиссеры – Айрат Абушахманов. 2016 йылда был спектакль «Костюм буйынса иң яҡшы рәссам эше» номинацияһында “Алтын битлек” премияһына лайыҡ була. Ә 2023 йылда М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры “Ҡара йөҙҙәр” спектакле менән Венгрия милли театры саҡырыуы буйынса Будапештта үткән XI Халыҡ-ара MITEM фестивалендә ҡатнаша.