Театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов ҡуйған “Бөйрәкәй” (Т. Ғарипова), “Ҡара йөҙҙәр” (М. Ғафури) спектаклдәрен ҡаҙаҡ тамашасыһы йылы ҡабул итте, башҡорт театры артистарының һөнәри оҫталығын, сағыу сығыштарын, образдарҙы тәрән күрһәтеүен юғары баһаланы.
Башҡортостан менән Ҡаҙағстан республикалары араһында мәҙәни хеҙмәттәшлекте, халыҡ-ара дуҫлыҡты нығытыуға булышлыҡ иткән гастролдәрҙе ябыу көнөндә театр директоры Иршат Фәйзуллин Жастар театры коллективына Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хатын тапшырҙы.
Ифрат ҡунаҡсыл ҡаҙаҡ коллегаларыбыҙ иһә Башҡорт академия драма театры коллективын йылы ҡаршы алып, Астана ҡалаһының бай мәҙәниәте, тарихи урындары, музейҙары менән таныштырып, урындағы халыҡ менән аралашыу мөмкинлеген дә булдырҙы. Бындай милли-мәҙәни хеҙмәттәшлек киләсәктә театрҙар эшмәкәрләгендә сағылыш табыуына шик юҡ.