Бөгөн М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында хеҙмәткәрҙәр өсөн янғын тураһында хәбәр итеү буйынса уҡыу-тренировка үткәрелде.
Бындай тренировкалар ғәҙәттә көтөлмәгәндә үтә. Уларҙың маҡсаты — ғәҙттән тыш хәлдә үҙеңде нисек тоторға, именлекте һәм эвакуация планын үтәргә өйрәнеү. Артистар ҙа, хеҙмәткәрҙәр ҙә имен булһын өсөн был мөһим.
Беҙ һәр ваҡыт хәүефһеҙлегегеҙҙе һәм именлегегеҙҙе беренсе урынға ҡуябыҙ!

