Хөрмәтле авторҙар һәм драматургтар!
Беҙҙең театр менән ҡыҙыҡһыныуығыҙ, әҫәрҙәрегеҙҙе тәҡдим итеүегеҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ һәм авторҙар менән эшләүгә бәйле шарттар тураһында йәнә иҫегеҙгә төшөрәбеҙ:
• пьеса менән бергә түбәндәге форма буйынса, 1–2 бит күләмендә синопсис ебәрергә кәрәк. Синопсис беҙгә әҫәр менән тиҙ арала танышырға, уның мәғәнәһен, фекерен асыҡларға ярҙам итәсәк;
• әгәр пьеса беҙҙең ағымдағы ижади бурыстарға һәм репертуар сәйәсәтенә тап килһә, беҙ мотлаҡ һеҙҙең менән бәйләнешкә инербеҙ;
• Театр ҡулъяҙмаларҙы авторға кире ҡайтармай;
• һеҙ ебәргән әҫәрҙәргә яҙма рецензиялар ебәрелмәй;
• һәр бер әҫәр буйынса шәхси һөйләшеүҙәр алып барылмай.
Ижадығыҙ менән уртаҡлашыуығыҙ өсөн рәхмәт!
Ихтирам менән,
Театр администрацияһы.
