ТӘНЗИЛӘ ХИСАМОВАНЫҢ ЮБИЛЕЙ БЕНЕФИСЫ ҮТТЕ

ТӘНЗИЛӘ ХИСАМОВАНЫҢ ЮБИЛЕЙ БЕНЕФИСЫ ҮТТЕ

4 апрелдә театрыбыҙ сәхнәһендә Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Тәнзилә Хисамованы матур юбилейы менән тәбрикләү тантанаһы үтте.

Республика етәкселеге һәм Мәҙәниәт министрлығы тарафынан йылы ҡотлау һүҙҙәрен Мәҙәниәт министры урынбаҫары Ринат Ғайсин еткерҙе. Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт идаралығы етәксеһе урынбаҫары Салауат Дәүләтшин актрисаны ҡала хакимиәте исеменән ҡотланы.

Тулҡынландырғыс та, оло ла тантанала Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзы комитеты рәйесе, Башҡортостандың халыҡ артисы Александр Кузьменконың, Башҡортостан Республикаһы театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхтәм Абушахмановтың ҡотлау сығыштары юбиляр актрисаның ижадының ни тиклем бай һәм йөрәктәргә үтеп инерлек икәнлеген тағы бер ҡат иҫбатланы.

Тәнзилә Динислам ҡыҙын тәбрикләр өсөн, әлбиттә, уның яҡташтары ла килгән ине. Ишембай районының “Торатау” яҡташтар ойошмаһы рәйесе Рәүҙәт Ҡолманбәтов һәм ойошма вәкилдәре Гөлфиә Янбаева, Гөлназ Әхмәҙиева актрисаға рәхмәт һәм хөрмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Тантананы йомғаҡлап Тәнзилә Динислам ҡыҙын тыуған коллективы, театр директоры Иршат Фәйзуллин, баш режиссер Айрат Абушахманов ҡотланы, йылы теләктәр яңғыратты.

Юбилей кисәһенең икенсе өлөшөндә – “Бәхет хаҡы” (Х. Мөҙәрисова) спектаклендә Тәнзилә Хисамова Әсә ролендә сығыш яһап, тантанаға килгән тамашасыларға ял һәм байрам кәйефе өләште.